

Районда 2010 йылдан арҙаҡлы яҡташыбыҙ Милләт Хәкимов исемендәге премия булдырылды. Был премия ауыл хужалығы тармағында эшләгән һәм һиҙелерелек һөҙөмтәләргә өлгәшкән йәш белгестәргә бирелә. Дәртләндереү премияһын «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дамир Аллаяров финанслай.
Премия йыл һайын ауыл хужалығы эшсәндәре көнөндә тапшырыла. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса М. Хәкимов исемендәге премияға «Красная Башкирия» ауыл хужалығы кооперативы агрономы И. М. Әхмәтйәнов лайыҡ булды һәм уға бүләккә 20 мең һум аҡса тапшырылды. Премия булдырылған осорҙан күпселектә ошо хужалыҡ эшсәндәре лайыҡ булды, сөнки бында йәш кадрҙарға иғтибар ҙур. Әйткәндәй, тәүге лауреат та ошо хужалыҡ белгесе Әлфинә Вафина булғайны.
Илһам Әхмәтйәнов сығышы менән Учалы районы егете. Мәктәптән һуң Силәбе аграр университетында уҡый. Ҡулына агроном дипломы алған егет ер эшкәртеүҙә алдынғы технологиялары, заманса машина-трактор паркы менән тирә-яҡта дан алған «Красная Башкирия» АХК-һына эшкә килә. Һәм бына биш йыл инде ул хужалыҡта агроном вазифаһын башҡара.
Үҙ эшен белеп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған агрономдың механизаторҙар, комбайнсылар араһында абруйы ҙур, етәкселек тә маҡтап телгә ала.
Ғөмүмән, ауыл хужалығына эшкә килгән йәш белгестәргә Хөкүмәт һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, уларҙы дәртләндереү маҡсатында төрлө программалар ҡабул ителгән һәм эшләй. Әйткәндәй, Илһам Марат улына ла хужалыҡҡа эшкә килгәс, йәш белгестәр өсөн ҡаралған 500 мең һум күләмендә ярҙам бирелгән, артабан төп эш хаҡына ҡаралған өҫтәмә түләм дә алған.