А/хужалығы
3 Февраля 2022, 10:15

Майлы культуралар экспорты артҡан

Башҡортостанда ағымдағы йылда майлы культуралар үҫтергән ауыл хужалығы етештереүселәренә субсидия биреүгә 185,8 миллион һум аҡса йүнәлтелә.  #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Майлы культуралар экспорты артҡанМайлы культуралар экспорты артҡан
Майлы культуралар экспорты артҡан

  Республикала майлы культуралар биләгән майҙандар йылдан-йыл арта бара. Былтыр уларҙың  дөйөм сәсеү  майҙаны 300 мең гектарға еткән, был культураның  күпләп экспортҡа оҙатылыуы менән аңлатыла. Уҙған йылда ғына майлы культуралар һәм үҫемлек майҙары экспорты 1,5 тапҡырға, йәки 40-тан 63 процентҡа тиклем артҡан.  Аҡсаға әйләндергәндә 197,4 миллион долларға был төр продукция сит илгә ебәрелгән, был 2020 йыл менән сағыштырғанда  2,7 тапҡырға күберәк. Шул уҡ ваҡытта,  ауыл хужалығында май бирә торған культураларҙың үҫемлек майы һәм мал аҙығы аҡһымын әҙерләү өсөн төп сеймал булып тороуы,  ни тиклем файҙалы һәм табыш биреүсе икәнен күрһәтә.  Уны Башҡортостандың илле районында үҫтергәндәр. Аграрийҙар 408,7 мең тонна орлоҡ йыйған, уңыш  гектарынан 11,8 центнер тәшкил иткән. 2022 йылда 439 мең гектар майҙанда майлы үҫемлектәр сәсеү күҙаллана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас