Ул аграрийҙарға яңы мелиорация системалары төҙөүгә, баҫыуҙарҙы һаҡлауға тәғәйенле урман һыҙаттары ултыртыуға, ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре баҫып килгән баҫыуҙарҙы ағас тамырҙарынан таҙартыу иҫәбенә ерҙәрҙе яңынан әйләнешкә индереүгә, шулай уҡ әсе тупраҡлы һөрөнтө ерҙәргә эзбиз индереүгә киткән сығымдарҙың 50 процентын ҡайтарыуҙы күҙ уңында тота. Дәүләт программаһы эшләй башлауға бәйле республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мелиорация буйынса сараларға субсидиялар биреү тәртибенә үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.
2021 йылда Башҡортостан аграрийҙары, шул иҫәптә беҙҙең район ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре көслө ҡоролоҡ арҡаһында уңыштың бер өлөшөн юғалтты. Ошо сәбәпле республика Хөкүмәте ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамын ике тапҡырҙан ашыуға тиклем арттырырға мәжбүр булды, ҡаралған 2,8 миллиард һум урынына 5,7 миллиард һум аҡса йүнәлтте.