А/хужалығы
10 Февраль 2022, 04:19

Минераль ашламалар ҡулланыу отошло

Быйыл ауыл хужалығы етештереүселәре минераль ашламаларҙы былтырғыға ҡарағанда 17 процентҡа күберәк һатып аласаҡ йәки 94 мең тоннаға еткерәсәк.  #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Республика Хөкүмәте  яғынан аграрийҙарға минераль ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарын  өлөшләтә ҡаплау өсөн  300 миллион һум аҡсалата ярҙам ҡаралған.

     Ағымдағы йылда,  Башҡортостанда иген культураларының уңышы  3,8 миллион тонна булыр тип ҡуҙаллана, ә игенде тулайым йыйыу потенциалы  5 миллион тонна тәшкил итә. Әгәр ҙә ашламаларҙы кәрәкле күләмдә һәм дөрөҫ итеп файҙаланып, ҡулланғанда был  күрһәткескә  өлгәшергә  була, тип һанай республика Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре. Билдәле булыуынса,  хужалыҡтарҙың сәсеү эштәре мәлендәге  иң ҡиммәтле һәм сығымлы өлөшө булып, ашламалар тора. Республикала сәсеүгә киткән сығымдың дөйөм хаҡы 19 миллиард һум булһа, шуның дүрттән бер өлөшөнән күберәге  ашламалар һатып алыуға китәсәк. Бындай сығымды, иген үҫтереүселәр үҙ көстәре менән генә күтәрә алмауы билдәле.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас