

Яҙҙың тәүге айына аяҡ баҫабыҙ. Көндәр ҙә яҙға тартты: ҡояш нығыраҡ йылыта, ҡар иреп, юлдарҙа йырғанаҡтар аға башланы. Тимәк, яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы. Өҫтәүенә, синоптиктар быйыл яҙҙың иртә килеүен фаразлай. Сәсеүлектәр ҡарҙан әрселеү менән игенселәр баҫыуға ашығасаҡ. Шуға ла бөгөн ауыл хужалығы эшсәндәре бөтә көстө яҙғы эштәргә әҙерлеккә йүнәлтте. «Аграрий» хужалығында, мәҫәлән, тупраҡты эшкәртеүҙә һәм сәсеүҙә ҡатнашасаҡ бөтә техника әҙер тиерлек.
— Яҙғы эштәргә әҙерлекте теүәлләп барабыҙ. Беҙҙә бит механизаторҙар ҡыш әйләнәһенә ремонт менән була тиергә мөмкин, — тип эштәр барышы менән таныштыра хужалыҡ етәксеһе Н. З. Әхтәмов.
Эйе, предприятиеның оҫтаханаһында һыуыҡ ҡыш көндәрендә лә эшләргә мөмкинлек бар: бинала йылы, яҡты.
— Етәкселек кәрәкле алмаш өлөштәр менән ваҡытында тәьмин иткәс, беҙҙең эштәр гөрләп тора, — ти механизаторҙар.
— Тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеүҙе, сәсеүҙе нигеҙҙә ҡеүәтле тракторҙар менән атҡарабыҙ. Шуға ла иң элек ошо тракторҙарҙы йүнәтеүгә иғтибар бүлдек. Ике К-700, ике Т-150 тракторҙары бөгөндән баҫыуға сығыуға әҙер. Бында үҙҙәре йүгәнләгән тимер аттарын әҙерләүҙә механизаторҙар Йәмил Ғәбитов, Шамил Хәйбуллин, Владимир Любимов һәм Юнир Йәһүҙиндарҙың тырышып эшләүен әйтмәү мөмкин түгел. Ике КамАЗ машинаһының да двигателдәренә быйыл капиталь ремонт үткәрелде, берәүһе әҙер, икенсеһенең двигателен ҡуйыу тамамланыу өҫтөндә, — тип дауам итә Наил Зиннәт улы. — Шулай уҡ МТЗ-82 тракторҙарының әлегә өсәүһенең торошо тикшерелеп, кәрәкле деталь-узелдарын алмаштырып-йүнәтеп сығарҙыҡ. Хәҙер тағы өсәүһенең торошон тикшерергә ҡалды.
Игенселәр бер үк ваҡытта сәсеү агрегаттарын йүнәтеүҙе лә алып бара. Техниканы ла, агрегаттарҙы ла йүнәтеүҙә механизаторҙарҙың барыһы ла үҙ эшен ентекле башҡарырға тырыша, сөнки бөгөн башҡарған эштәренең сифаты һуңынан сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, уңыш йыйыу эштәре барышында сағыла, йәғни ауыл хужалығы кампанияларын ваҡытында атҡарып сығыу өсөн иң элек техниканың төҙөк булыуы шарт бит.
Тиҙҙән район буйынса үтәсәк техник тикшереүҙә лә һынатмау мөһим. Предприятие директоры Н. З. Әхтәмов әйтеүенсә, бар техниканың да бындай тикшереүҙе үтеренә ныҡлы ышаныс бар, сөнки хужалыҡ эшсәндәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәп, техниканы әҙерлек һыҙығына ваҡытында ҡуйыу өсөн бар көсөн һала. Техника-ҡорамалдарҙы әҙерләүҙә иретеп-йәбештереүсе Радик Ғайсиндың да хеҙмәт өлөшө ҙур.
— Уҙған йыл мул уңышы менән ҡыуандырмаһа ла, үҙебеҙгә етерлек сәсеү материалы туплай алдыҡ. Көҙҙән үк орлоҡтар кәрәкле күләмдә таҙартылып, тейешле кондицияға еткерелеп, ышаныслы һаҡлауға һалынды. Көндәр йылынып китеү менән уларҙы һуңғы эшкәртеү үткәреп, йәғни ағыулағандан һуң, сәсә башларға була, — ти етәксе. — Бер һүҙ менән әйткәндә, сәсеүҙе ойошҡанлы, тулы әҙерлек менән ҡаршы аласаҡбыҙ, бының өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланасаҡбыҙ.
Быйыл хужалыҡ эшсәндәре 2,5 мең гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарырға иҫәп тота. Нигеҙҙә уларҙы иген культуралары һәм етен биләйәсәк тип планлаштырыла.
Хужалыҡтың малсылыҡ тармағында ла эштәре көйлө бара. Ҡырҙас фермаһында бөгөн 194 баш һыйыр малы аҫырала, шуларҙың 110-ы һыйырҙар.
— Һыйырҙар нигеҙҙә ҡышҡы осорҙа быҙаулап бөттө. Йәш үрсемде ферма мөдире вазифаһын башҡарған, ошоға тиклем оҙаҡ йылдар һауынсы булған Зәлифә Шакирова үҙе тәрбиәләй. Фермалағы һыйыр-башмаҡтар малсылар Данил Хәмитов, Земфира Латипова һәм Фәнүс Шакировтар ҡарамағында. Булған мал аҙығы ҡышты имен-аман сығыуға етер тигән ышаныстабыҙ, — тип малсылыҡта ла эштәрҙең ыңғай барыуына ҡыуана Наил Зиннәт улы.