Ағымдағы йылда республика аграрийҙары «Росагролизинг»ҡа бөтәһе 142 ғариза биргән, уларҙың дөйөм суммаһы 1,4 миллиард һумға етә. Бирелгән ғаризаларҙы ҡарағандан һуң белгестәр 1,3 миллиард һумға 134 ғаризаны хуплаған. Әйткәндәй, ауыл хужалығы етештереүселәре 2019-2021 йылдарҙа «Росагролизинг» дәүләт компанияһының льготалы шарттары менән файҙаланып, 1057 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған булған.