

“Ошо шәмбе-йәкшәмбелә, иртәгә һәм иртәнән һуң республиканың 44 муниципалитетында, бөтәһе 56 сауҙа майҙанында ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре уҙа. Уларҙа урындағы етештереүселәрҙән ит, бал, төрлө ярмалар, шәкәр, һөт ризыҡтары һатып алырға мөмкин буласаҡ. Көндәр йылынғас, йәшелсә-емеш йәрминкәләрен ойошторасаҡбыҙ”, - тип яҙҙы бөгөн үҙенең сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Йәрминкә ике яҡ өсөн дә отошло. Фермерҙар урын өсөн аренда хаҡы түләмәйенсә үҙҙәре етештергән тауарҙарҙы һата ала. Тимәк, һатып алыусылар өсөн дә хаҡтар ҙа ҡулай булмаҡсы.
Йәрминкәләр ҡайҙа уҙыуы тураһында тулы мәғлүмәт - https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/436337/
Әйткәндәй, йәрминкәлә ҡатнашырға теләүселәр заявканы шул һылтанма аша инеп, яуаплылар менән бәйләнешкә инеп, ҡалдыра ала.