А/хужалығы
2 Апреля 2022, 06:15

Тракторҙар бөгөндән баҫыуға сыға ала

Районда ҡырсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарҙың, КФХ-ларҙың, шәхси ҡулдарҙағы яҙғы сәсеү эштәрендә ҡатнашасаҡ үҙйөрөшлө машиналарҙың техник торошон тикшереү дауам итә.

Тракторҙар бөгөндән баҫыуға сыға алаТракторҙар бөгөндән баҫыуға сыға ала
Тракторҙар бөгөндән баҫыуға сыға ала

Ошо арала Госстехнадзор инспекцияһының район буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы Ҡасим Тайсин «Урал аръяғы МТС-ы» Әбйәлил филиалында булған техниканы тикшерҙе.
МТС-тың Джондир һәм МТЗ тракторҙарының двигателдәрен етди иғтибар биреп, уларҙы хәүефһеҙ файҙаланыу маҡсатында техниканың көҙгөләре, авария туҡтау билдәһе, аптечкаһы, ут һүндергесе, тәгәрмәстәренең ҡанаттары булыу-булмауын, яҡтыртыу приборҙарының төҙөклөгөн тикшергәндән һуң, предприятиеның үҙйөрөшлө машиналары тейешле талаптарға яуап биреүен билдәләп, баш дәүләт инспекторы уларға яҙғы баҫыу эштәрендә файҙаланыуға рөхсәт ҡағыҙҙары тапшырҙы.
МТС-тың Әбйәлил филиалы етәксеһе Әнүәр Солтанов техниканы әҙерләүҙә айырыуса Ирәмән Төркмәнов, Радмир Әлимғужин, Ринат Рамаҙановтарҙың (һүрәттә) тырыш хеҙмәтен билдәләп үтте.
— Быйыл яҙғы баҫыу эштәрен 6 мең гектар тирәһе майҙанда башҡарыу планлаштырыла. Шуның өс мең тирәһенә көнбағыш сәсеү күҙаллана, ҡалғанын ҡаты бойҙай һәм һоло биләйәсәк. 5250 гектарҙы көҙҙән эшкәрттек, йәғни был майҙан туңға һөрөп ҡалдырылды. Көндәр йылыныу менән ерҙе тырматып, сәсә башларға мөмкин. Ошо көндәрҙә генә өр яңы тырма алдыҡ. БЗТС-24 маркалы был ҡорамал һөрөлгән ерҙәге эре тупраҡ киҫәктәрен онтарға һәм йомшартырға, ҡый үләндәре тамырҙарын йыйып алыуға булышлыҡ итә, — тип һөйләй Әнүәр Хәсән улы.
Иң ҙурҙарҙан иҫәпләнгән хужалыҡтарҙа тикшереү үтеп бөткән тиерлек.
— «Красная Башкирия»ла тәүге этапта 30 берәмек техника тикшерелде, ошо көндәрҙә ҡалған өс тиҫтәнән ашыу үҙйөрөшлө машиналарҙың торошо ҡараясаҡбыҙ. Шаршамбыла «Башаҡ» һәм «Әбйәлил сорт участкаһы» ЯСЙ-ларының һәм Х. Ниғәмәтйәнов крәҫтиән-фермер хужалығының техникаһы тикшереү үтте. Уларҙағы тикшереүгә ҡуйылған бөтә техниканың торошо ҡәнәғәтләнерлек, барыһы ла бөгөндән баҫыуға сығыуға әҙер. Бында, әлбиттә, механизаторҙарҙың үҙҙәренә беркетелгән техниканы яҙғы баҫыу эштәренә етди әҙерләүҙәрен билдәләп үтергә кәрәк, — тип игенселәрҙең ремонт-әҙерлек эштәренә юғары баһа бирҙе Ҡасим Тайсин.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас