А/хужалығы
7 Апреля 2022, 12:27

Илдә ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдарын етештереү артасаҡ

Ил Президенты Владимир Путин белдереүенсә, быйыл орлоҡсолоҡ һәм селекция үҙәктәренә булышлыҡ итеүгә өҫтәмә рәүештә 5 миллиард һумдан кәм булмаған аҡса бүленә.  #ВладимирПутин

«Илебеҙҙә  ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә сит ил тәьҫирен кәметеү мөһим. Үҙебеҙҙең, ватан ауыл хужалығы техникаһы, аҙыҡ-түлек ҡорамалдары һәм балыҡсылыҡ кәсебе суднолары төҙөлөшө компоненттары етештереүҙе ярайһы уҡ арттырырға кәрәк», - тине Путин  Рәсәй агросәнәғәт комплексына ярҙам итеү буйынса кәңәшмәлә. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, төп йүнәлештәрҙең береһе, орлоҡсолоҡ, Рәсәй селекцияһы ҡаҙаныштарын әҙерләү һәм индереү, шул иҫәптән малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ өлкәһендә. Бынан тыш, Путин Рәсәй властары аҙыҡ-түлек баҙарында тышҡы тәьҫирҙе кәметергә, шулай уҡ аҙыҡ-түлек продукттары сығарыуҙы арттырырға тейешлеген белдерҙе. 31 мартта Рәсәй Хөкүмәте эске аҙыҡ-түлек баҙарын яҡлау саралары комплексын раҫлағайны.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас