А/хужалығы
15 Апреля 2022, 05:41

Рәсәйҙә ун йыл эсендә ҡара сиңерткә менән зарарлаған ерҙәр кәмегән

“Торатау” конгресс-холында ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәшкә арналған I Халыҡ-ара фитомониторинг һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау хеҙмәттәренең ултырышы үтте.

“Торатау” конгресс-холында ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәшкә арналған I Халыҡ-ара фитомониторинг һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау хеҙмәттәренең ултырышы үтте.

Сараға Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре саҡырылды. Әрмәнстан, Беларусь, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан илдәренән вәкилдәр ҡатнашты..

Ултырышта ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәште көсәйтеү, яңы ысулдарға таянып эш итеү, фитомониторинг һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса БДБ илдәренең эш төркөмөн булдырыу, мәғлүмәт алмашыу системаһын нығытыу тураһында һөйләштеләр. 2026 йылға тиклем ҡара сиңерткә менән көрәштең “юл картаһын” булдырыу кәрәклеге билдәләнде.

Рәсәйҙә Ауыл хужалығы үҙәге, агрономдар баҫыу һәм көтөү­лектәрҙә ҡара сиңерткәнең таралыуын күҙәтеп, кәрәк саҡта, саралар күреүе арҡаһында хәлде ҙурға ебәрмәйҙәр. Әммә сиңерткәнең сиктәш төбәктәрҙән үтеп инеү хәүефен  инҡар итеп булмай. Мәҫәлән, Башҡортостанға ҡара сиңерткә йыш ҡына Ырымбур өлкәһенән килә. Ә ул яҡҡа – Ҡаҙағстан далаларынан. Ауыл хужалығы белгестәрен иң борсоған мәсьәлә: ҡайһы бер БДБ илдәрендә мониторинг һәм тикшереүҙәр бөтөнләй алып барылмай. Шуға уларҙан килгән хәүефте алдан күҙаллап та булмай.

Республикала ҡара сиңерткә бөтә райондарҙа ла бар, дала һәм урман-дала зоналарында уларҙың күпләп таралыуы ихтимал. Айырыуса Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы райондарында белгестәр хәлде гел күҙәтеп тора. 

Белгестәр билдәләүенсә, 2009 йылдан башлап ҡоротҡостарҙың һаны бермә-бер күбәйгән, был тәү сиратта йәйҙең ҡоро килеүенә бәйле. Химик эшкәртеүҙәр алып барыла, ҡара сиңерткәнең ниндәйҙер өлөшө ҡышлай алмай һәләк була. Әммә был ҡорот­ҡостоң тиҙ үрсеүе йыл һайын хәүеф тыуҙыра. Шуға яҙ етеү менән агрономдарҙың төп бурысы – бөжәкте баҫыуҙарға индермәү.

Былтыр агрономдар 727,51 мең гектар майҙанда тикшереү үткәргән, шул майҙандың 101,33 мең гектарында ҡара сиңерткә табылған.

Быйылғы көрсөк арҡаһында үҙебеҙҙә аҙыҡ-түлек, йәшелсә-емеш етештереү күләмен арттырған мәлдә был йәһәттән хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – көн талабы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас