Республикала сит ил агротехникаһын урындағы предприятиеның продукцияһы алмаштырасаҡ, йәғни Башҡортостанда сит ил аналогтарын тулыһынса алмаштырған агротехниканы сериялы етештереү башлана.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте: «Беҙҙең «Өфө» индустриаль паркының тәүге резиденты «АртАгро» компанияһы бының өсөн яңы ҡорамал һатып алды. «АртАгро» ашлыҡ таҙартыу станоктары етештерә, элек улар Рәсәйгә сит илдәрҙән генә килтерелә ине. Шулай уҡ бында Рәсәйҙә берҙән-бер орлоҡтар өсөн гравитация өҫтәлдәре етештерелә. Станоктар Рәсәй төбәктәренә — Волгоградҡа һәм Новосибирскиға оҙатыла. Ҡаҙағстанға ебәрергә әҙерләнәләр».
Был "Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" милли проектын үтәүгә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.
Фото: "Башинформ".