Быйыл яҙ иртә килеүе сәбәпле, хужалыҡтар баҫыу эштәрен иртә башланы. Ауыл хужалыҡтары өсөн яҙғы баҫыу эштәре һәр ваҡыт күп сығымлы тармаҡ һанала, әйтәйек, ағымдағы йылда республикала был эштәрҙең дөйөм суммаһы егерме миллиард һумдан ашыу булыр тип көтөлә. Шуға күрә, улар өсөн банктарҙың ташламалы кредиттары баҫыу эштәрен финанслауҙың төп сығанағы буласаҡ. Ағымдағы йылда федераль бюджеттан Башҡортостан аграрийҙарына ташламалы кредит биреүгә бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Аҡса банктарға төп ставканы компенсациялауға йүнәлтелгән. Шул арҡала республика аграрийҙары ставкаһы биш процент булған ташламалы ун бер миллиард һумдан ашыу кредит алыуҙары мөмкин. Әлеге осорға шуның 7,5 миллиард һумдан ашыуы алынған.