А/хужалығы
28 Апреля 2022, 03:20

Ауыл хужалығы техникаһы яңыра

Уҙған биш йылда республикала ауыл хужалығы техникаһы паркы 14 мең берәмеккә тиерлек яңыртылған. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Уларҙы һатып алыу хаҡы 36 миллиард һумдан ашҡан. “Шуныһы ҡыуаныслы, санкцияларға ҡарамаҫтан, республика аграрийҙары  яңы техника һатып алыу күләмен кәметмәй. Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу төбәк программаһы сиктәрендә субсидиялар ҙа бында ҙур роль уйнай», - ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Программа сиктәрендә аграрийҙарға техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың яртыһы ҡайтарыла. 2017-2021 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренә ошо йүнәлеш буйынса 7,1 миллиард һум субсидия бирелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас