+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
18 Май 2022, 09:15

Аграрийҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Ауыл хужалығында ҡыҙыу осор-сәсеү бара. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Аграрийҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Аграрийҙар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан аграрийҙарының дөйөм суммаһы 9,5 миллирад һумлыҡ льготалы кредитҡа 298 ғаризаһын хупланы. Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында уҙған кәңәшмәлә хәбәр иттеләр. Шулай итеп, республика ауыл хужалығы предприятиеларының льготалы кредитҡа ихтыяжы тулы күләмдә ҡәнәғәтләндерелде. Аграрийҙарҙың әүҙем рәүештә яңы техника һатып алыуы һөҙөмтәһендә республикала, ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, сәсеү кампанияһының юғары темпы һаҡлана, Башҡортостанда сәсеү күрһәткесе тәүлегенә 130 мең гектарға тиклем артты.

 -#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: