+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
19 Май 2022, 15:06

Эштәрҙең ҡыҙған мәле

Апрель айында ҡар тиҙ арала иреп бөтөп, көндәр йылытып ебәреп, шул уҡ ваҡытта яуым-төшөмдөң булмауы күңелде шомландырғайны. Һәм бына, ниһайәт, һуңғы көндәр үҙенең файҙалы шифалы ямғырҙары менән һөйөндөрҙө.

Эштәрҙең ҡыҙған  мәле
Эштәрҙең ҡыҙған мәле

Ямғырҙарға тиклем сәсеү эштәрен башлаған игенселәрҙең эше бер аҙға туҡтаһа ла, бер кемде лә көйөн-дөрмәне был яуым-төшөм.
— Бөгөнгә район буйынса бөтә майҙандарҙың 60 проценты сәселде. Ямғырҙар урыны-урыны менән яуғас, мөмкинлек булған баҫыуҙарҙа эштәр дауам итә. Күпселек хужалыҡтарҙа, фермерҙарҙа техника, ҡорамалдар яңы, заманса, улар юғары етештереүсәнле. Шуға ла бер көндә район буйынса 3-3,5 мең гектар эшләнеш бирәбеҙ. Сәсеү эштәрен 10-12 көндә тамамларға иҫәп, — тип таныштыра райондағы яҙғы баҫыу эштәре барышы менән район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов. —­ Ямғырҙарға тиклем сәселгән етен, һоло шытып сыҡты ла инде.
«Башаҡ» хужалығында ла сәсеүҙең ҡыҙған бер мәле.
— Сәсеүҙе 29 апрелдә башлағайныҡ. 220 гектар майҙанда һолоно, етен менән арпаның яртыһын сәсеп бөтөүгә ямғырҙар башланды. Был кәрәкле һәм файҙалы ямғыр, яуһын ғына, тик культураларҙы шулай ҙа агротехник талаптарға ярашлы ваҡытында тупраҡҡа һалыу мөһим, — ти хужалыҡ етәксеһе Ғаяз Шәғәлиев.
Ырҙын табағында Айытҡол Әҡсәнов етәкселегендә механизаторҙар Айсыуаҡ Искәнйәров, Хисаметдин Әсфәнйәров, ағыулау машинаһы операторы Ринат Истамбаев сәсеү комплекстарына орлоҡто тейешенсә ағыулап, ваҡытында тейәп ебәреп тора.
Әйткәндәй, хужалыҡ быйыл орлоҡ ағыулау ҡоролмаһы һатып алған.
— Был электрон агрегат эште күпкә еңеләйтте. Ағыулағанда, тейәгәндә орлоҡ материалына зыян килтерелмәй, сөнки орлоҡтар агрегаттан тура тоҡҡа һалына, — ти эшселәр.
Шулай уҡ быйыл ЗАВ-20 иген эшкәртеү ҡоролмаһын үҙгәртеп ҡороу көтөлә.
Хужалыҡта апрель аҙағында-май башында сәселгән етен, һоло баҫыуҙары йәшеллеккә күмелгән. Ғаяз Мәжит улы әйтеүенсә, быйыл 630 гектарҙа етен, 220 гектарҙа һоло, 550 гектарҙа арпа, 940 гектарҙа бойҙай сәселәсәк. Тағы 100 гектарҙы йылылыҡ яратыусы судан үләне биләйәсәк, уны май аҙағына планлаштырғандар.
Хужалыҡ баҫыуҙарын ике сәсеү комплексы иңләй. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Алмас Таһировтың ҡеүәтле К-700 тракторы ТОМ-10 сәскесен элгән. Был юғары етештереүсәнле агрегат ошоға тиклем етен сәсеүҙә йөрөгән һәм шишәмбенән бойҙай сәсеүгә тотонған.
Шулай уҡ «Омичка»лар таҡҡан К-700-ҡа бойҙай баҫыуына төшкән. Был комплексты механизаторҙар Таһир Вәлиев менән Азат Сафин хеҙмәтләндерә. Баҫыуға ырҙын табағынан орлоҡто водителдәр Зиннәт Абдрахманов, Рәшит Хөббөтдинов ташып өлгөртә. Мәүлит Моратшин менән Әхәт Хәсәнов агрегаттарҙы орлоҡ менән заправкалау өсөн яуаплы. Иретеп йәбештереүсе Данир Ямалетдинов үҙ эшен башҡарып ҡына ҡалмай, кәрәк икән механизаторҙы ла, водителде лә алмаштыра ала. Был көндө ул орлоҡ ташыуҙа йөрөгән водитель урынына эшкә сыҡҡан ине.
Тупраҡҡа орлоҡ һалып үткән агрегаттар артынса Александр Ғә-ниевтың катук таҡҡан МТЗ тракторы килә.
МТЗ-1221 тракторҙарында Сәлим Искәнйәров менән Шамил Ҡотоев, «Алтай»ҙа Радик Абдулхаҡов тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеү менән мәшғүл.
— Быйыл культивациялауға етди иғтибар бирәбеҙ, сөнки сәсеүлектәрҙе эшкәртеүгә химик саралар бик ҡиммәткә төшә. Шулай уҡ шыйыҡ ашламаны ҡулланырға иҫәп тотабыҙ, — тип һөйләй хужалыҡтың агрономы М. С. Шәғәлиев. – Ә игенселәргә килгәндә улар һынатмаҫ. Барыһы ла яҙғы баҫыу эштәрен һәр культура өсөн бөтә агротехник талаптарҙы теүәл үтәп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы атҡарып сығыу өсөн тырышып эшләй.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: