А/хужалығы
27 Мая 2022, 12:15

Майлы культуралары майҙаны артты

Республикала  планлаштырылған 425,5 мең гектарҙың 350 мең гектарына тиерлек майлы культуралар сәселгән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Добавить в предпочтительные источники Google
Майлы культуралары майҙаны арттыМайлы культуралары майҙаны артты
Майлы культуралары майҙаны артты

Республикала  планлаштырылған 425,5 мең гектарҙың 350 мең гектарына тиерлек майлы культуралар сәселгән.

Аграр ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл майлы культураларға 2021 йылға ҡарағанда 47 гектарға күберәк ер бүленгән.

Көнбағыш сәсеүлектәр структураһында төп өлөштө алып тора. Әле ул планлаштырылған 296 мең гектарҙың 247 меңен биләй. Быйыл 31 мең гектарҙа рапс сәселгән. Етендең майҙаны 55 мең гектарҙан ашҡан. Төбәк аграрийҙары соя һәм гәрсис тә сәсә, уларҙың майҙаны 10,6 мең гектарға еткән.

Район хужалыҡтары һәм фермерҙары ла майлы культуралары майҙанын йылдан-йыл арттыра бара.

Бөтә был эштәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын бойомға ашырыуға ҙур аҙым.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас