А/хужалығы
4 Июня 2022, 08:45

Аҙыҡ-түлеккә ихтыяж ҙур

“Урал аръяғы-2022” инвестиция һабантуйында Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге, “Агроэкспорт” федераль үҙәк һәм республиканың Тышҡы бәйләнештәр министрлығы  тарафынан ойошторолған “АПК: баҫыуҙан сит ил прилавкаһына” исемле дискуссион сессия үтте.

“Урал аръяғы-2022” инвестиция һабантуйында Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге, “Агроэкспорт” федераль үҙәк һәм республиканың Тышҡы бәйләнештәр минстрлығы  тарафынан ойошторолған “АПК: баҫыуҙан сит ил прилавкаһына” исемле дискуссион сессия үтте.

АПК – милли продуктты сит илгә төп оҙатыусы. Донъя баҙарында ихтыяж ҙур булған майҙар, бал, ит-һөт продукцияһы, эшкәртелгән иген культуралары һатабыҙ. Һууңғы осорҙа Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажиҡстан илдәрендә Башҡортостан продукцияһына ижтыяж артҡан. Улар көнбағыш майы, он, иген, эре мал һорайҙар. Уларҙы емеш-еләккә, йәшелсәгә алмаштырыу мөмкинлеге булһа ла, улар аҡсаға һатып алырға әҙер. Тимәк, ауыл хужалығы продукттарына сит илдә ихтыяж ҙур.

Өҫтәүенә сит илгә продукция оҙатҡан предприятиеларға транспортлауға субсидия бирелә.
Һуңғы йылдапрҙа Башҡортостан сит илгә продукция оҙатыуҙы ике тапҡырға арттырҙы.

Рәсәй сит илгә бойҙай һатыу буйынса беренселектә килә, көнбағыш майы  буйынса икенсе урында, рапс һәм арпа һатыу буйынса өсөнсө урынды биләй һ.б.

-Европа баҙары Рәсәйҙән тауар экспортлау өсөн асыҡ.Ни тиһәң дә, аҙыҡ-түлек һатыу  сәйәсәттән йыраҡ тора. Экспортлау схемаһына өсөнсө илдәрҙе индерергә, төрлө түләү системаларын һ.б. ҡулланырға кәрәк, - тине Итало-Рәсәй сауҙа палатаһының төбәк вәкиллектәр менән эш буйынса етәксеһе Виталий Синицын.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас