А/хужалығы
9 Июня 2022, 17:43

Етештереүсәнлек ике тапҡырға артҡан

Башҡортостанда ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы культураларҙы сәсеү техникаһының етештереүсәнлеген һиҙелерлек арттырып  баҫыу эштәрен тамамлауға бара. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәҫәлән, 2017-2018 йылдарҙа республикала тәүлегенә 68 мең гектарҙа сәсеү атҡарылған булған, ә быйыл был күрһәткес 135 мең гектарға еткән. Икенсе төрлө әйткәндә, биш йылда сәсеү техникаһының етештереүсәнлеге ике тапҡырға тиерлек артҡан. Йыл башынан Башҡортостан аграрийҙары дөйөм хаҡы 4 миллиард 355 миллион һумлыҡ меңдән ашыу махсус ауыл хужалығы техникаһын һатып алған.  Биш ай эсендә яңы 176 трактор, 463 тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү машиналары, 51 иген йыйыу комбайны, ун мал аҙығы йыйыу комбайны һәм башҡа махсус ҡорамалдар менән тулыланған. Республиканың ауыл хужалығы тауары етештереүселәренә, иген культураларын сәсеүҙе ике аҙна эсендә атҡарыу, бының өсөн уңайлы көндәрҙе  тулыһынса файҙаланып, етештереүсәнлек күләмен тәүлегенә 200 мең гектарға еткереү бурысы ҡуйылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас