XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендәге Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Косов менән осрашыуҙа республикалағы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр менән “Росагролизинг” йәмғиәте араһында үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлеге буйынса фекер алышты.
“Росагролизинг” 2019 йылдан ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу буйынса федераль льготалы программаларҙы тормошҡа ашыра, уларҙа Башҡортостан аграрийҙары ла әүҙем ҡатнаша.
Уҙған 2,5 йылда республикаға лизинг буйынса дөйөм алғанда 5,2 миллиард һумлыҡ 926 берәмек төрлө техника тапшырылған. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө-дүртенсе урынды биләй. Республика шулай уҡ “Әҙер ферма” пилот проектын тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһына. Беҙҙең сәнәғәт предприятиелары каркас-тент конструкциялары сығарып, уларҙы “Росагролизинг” ҡатнашлығында заказсыларға оҙата ала.
Павел Косов махсус акцияның башланыуы тураһында хәбәр итте. Уға ярашлы ауыл хужалығы техникаһы етештергән ҙур предприятиелар үҙҙәренең пландарын “Росагролизинг” программалары менән бәйләй.
– Июнь аҙағына тиклем агролизинг программаһында ҡатнашырға теләгән ауыл хужалығы етештереүселәренән ғаризалар көтәбеҙ, – тине Павел Косов.
Осрашыу аҙағында “Росагролизинг” йәмғиәтенең генераль директоры 7–14 августа Ленинград өлкәһендә ер һөрөү буйынса IX асыҡ Рәсәй чемпионаты үткәрелеүе тураһында һөйләне. Быйыл унда Башҡортостандан Мәләүез һәм Тәтешле райондары механизаторҙары ҡатнаша.
Бөтә был эштәр "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектында ҡаралған мәсьәләләрҙе үтәүгә лә булышлыҡ итәсәк тип көтөлә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.