Майҙансыҡта ваҡ һәм ҙур күмәртәләп сауҙа итеү, машиналарҙан һәм стационар булмаған объекттарҙан сауҙа итеү, продукцияны беренсел эшкәртеү һәм фасовкалау, ҡалдыҡтарҙы утилләштереүгә һәм эшкәртеүгә әҙерлек терминалы зоналары эшләйәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу федераль һәм республика бюджеттары яғынан комплекслы ярҙам сараларын йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бындай агросәнәғәт паркын булдырыу ауыл хужалығы продукцияһына тотороҡло ихтыяжды тәьмин итеүҙә, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өлкәһендә импортты алмаштырыу буйынса мәсьәләне хәл итеүҙә мөһим аҙым булып тора.