+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
6 Июль 2022, 15:45

"Башҡорт аты" фестивале

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янында “Башҡорт аты” республика фестиваленә үтәсәк.

"Башҡорт аты" фестивале
"Башҡорт аты" фестивале

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янында үтәсәк “Башҡорт аты” республика фестиваленә бөтә Рәсәйҙән йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәр саҡырыласаҡ, пленар ултырышта Башҡортостанда йылҡысылыҡ, ҡымыҙ яһау һәм халыҡ кәсептәре йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү һәм популярлаштырыу проблемалары тикшереләсәк. Республика ат сабыштарында еңеү яулаған төрлө хужалыҡтарҙан башҡорт тоҡомло аттар, ҡымыҙ етештереүселәр, сбруйҙар эшләгән оҫталарҙың эштәре, атҡа бәйле төрлө күргәҙмәләр урын аласаҡ.

"Башҡорт аты" байрамының төп биҙәге булып бөтәһе 1500 аттан торған парад буласаҡ. Шулай уҡ тамашасылар милли спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙы ҡараясаҡ, унда яҡын сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.  Башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша күрһәтеләсәк, "Ылаҡ" уйыны, ат сабыштары ла ҡаралған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: