Август айында Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы интервенция фондына бер миллион тоннаға тиклем иген һатып ала башлаясаҡ.
«Киләһе айҙа Ауыл хужалығы министрлығы аҙыҡ-түлек бойҙайы һәм арыш запастарын әҙерләүгә тотона. Дәүләт интервенциялары сиктәрендә быйыл Себер, Урал һәм Үҙәк Рәсәй төбәктәренән бер миллион тоннаға тиклем иген һатып алыу күҙаллана», - тип белдерә министрлыҡ. Шулай уҡ ведомство вәкилдәре әйтеүенсә, алдағы йылдарҙа фондтың күләме 3 миллион тоннаға тиклем етәсәк. Әгәр, донъя баҙарында игенгә хаҡтар ҡырҡа артҡан осраҡта, был ресурстар Рәсәйҙең он тартыу һәм икмәк бешереү предприятиеларына һатыу аша, ил эсендә икмәк продукцияһы хаҡтарын тотороҡло һаҡларға ярҙам итәсәк.