Сараға Радий Хабиров Ҡалмыҡ Республикаһы президенты Б. Хасиков менән килде. Делегация составында - Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Тимофей Баженов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, Ҡалмыҡ Республикаһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Трапезников и Ҡалмыҡ Республикаһының ауыл хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Тимур Гаваев.
Ҡунаҡтар менән берлектә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһен һәм оҫта ҡулдар ҡуйған күргәҙмәләрҙе ҡараны.
Фестиваль ҡунаҡтары алдында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны, шулай уҡ ҡалмыҡ фольклор йырсыһы Владимир Каруев үҙ һөнәрен күрһәтте.
Фото:Башинформ.