А/хужалығы
31 Июля 2022, 04:15

Ат парадында 500-гә яҡын ат ҡатнашты

Ат парады - "Башҡорт аты"ның иң сағыу биҙәге булды, сарала Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә атлылар ҡатнашты

Добавить в предпочтительные источники Google

Фестивалдең төп биҙәге  - ат парады булды. Республиканың төрлө райондарынан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Дағыстан, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха (Яҡут), Татарстан Республикаларынан, күрше Силәбе, Рязань, Пермь, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан парадта ҡатнаштылар.

Тигеҙ сафтарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан, "Башҡорт аты" фестивале, "Төньяҡ амурҙары", Шайморатов һәм Доставалов  исемендәге батальондарҙың флагтарын күтәреп килгән атлылар парады барыһын да һоҡландырҙы! Элек-электән башҡорт аты - халҡыбыҙҙың яҡын дуҫы, яуҙашы булған. Халҡыбыҙҙы атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Бөгөн дә ул ауыл хужалығында, спорт ярыштарында ҡулланыла, ҡымыҙ яһау, ит етештереү өсөн файҙаланыла. Ә бөгөнгө тамаша йәнә бер тапҡыр башҡорт атын бөтә илгә танытты, уның бар асылын һәм булмышын күрһәтте.

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас