Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
1 Август , 14:55

Әбйәлилдәр, һынатмай!

29-30 июль Баймаҡ районының Граф күле буйында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә Ҡушый ауылынан фермер Ильяс Һибәтов та ҡатнашты. Һәм уның  тырыш хеҙмәте диплом һәм маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде.

Был фестиваль сиктәрендә ҡымыҙ етештереүселәрҙең 16-сы республика  конкурсы ла ойошторолғайны. Яҡташыбыҙ И. Һибәтов хужалығында етештерелгән ҡымыҙ, шулай уҡ фермерҙың туҡталҡаһы, өҫтәленә ҡуйылған аш-һыу лайыҡлы баһаланды.

Ильяс Ишбулды улы хужалығында уның ҡатыны Илсиә Марат ҡыҙы тарафынан етештерелгән шифалы эсемлек  “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһында  өсөнсө урында билдәләнде һәм рсепублика ауыл хужалығы министрлығының Дипломына лайыҡ булды.

Шулай уҡ республика бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса “Ризыҡты үҙенсәлекле биҙәү” номинацияһында юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, “Аҡбуҙат” ат-спорт комплексының Почет грамтаһы менән бүләкләнде.

Афарин!

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в