Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
3 Август , 11:55

Быйыл уңыш күпме булыр?

Аграрийҙар өсөн йыл бәрәкәтле килде. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Быйыл уңыш күпме булыр?
Быйыл уңыш күпме булыр?

Мәләүез районы буйлап эш сәфәре барышында Радий Хәбиров «Салауат исемендәге колхоз» ауыл хужалығы етештереү кооперативы баҫыуҙарында булды. Хужалыҡ етәксеһе Рәмис Иманғолов һүҙҙәренсә, быйыл гектарынан 45 центнер уңыш көтөлә.

2020-2021 йылдарҙа ауыл хужалығы предприятиеһы өҫтөнлөклөләр исемлегенә ингән инвестиция проектын тормошҡа ашырған. Инвестициялар күләме – 156,1 миллион һум. Был аҡсаға ауыл хужалығы етештереү кооперативында 210 гектарға һуғарыу системаһы төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған, юғары етештереүсәнле техника (автоматик пилот системаһы булған трактор, тәрән йомшартҡыс, сәсеү комплексы), 198 баш голштин-фриз тоҡомло башмаҡ һатып алынған.

Үткән аҙнала «Инвестиция сәғәте»ндә хужалыҡтың 1200 башҡа иҫәпләнгән роботлаштырылған комплекс төҙөү буйынса тағы бер проекты хупланды. Инвестиция проекты сиктәрендә Ергән ауылы янында роботлаштырылған һауыу системаһы булған каркаслы һыйыр аҙбарҙары, һөт һаҡлау һәм бүлеү өсөн блок, шулай уҡ ярҙамсы ҡоролмалар ҡуйыу планлаштырыла.

Тәүлегенә 50 тонна һөт етештереүсәнлеккә эйә яңы комплекс 2024 йылда сафҡа индерелә һәм 42 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Уны төҙөү өсөн майҙансыҡ һайланған, кәрәкле ҡорамалдар исемлеген билдәләнгән һәм монтаж ойошмалары менән һөйләшеүҙәр башланған. Йәмғһе 1,2 миллиард һум аҡса һалынған.

«Инвестиция сәғәте»ндә проектҡа өҫтөнлөклө статусы бирелде. Дәүләт ярҙамы саралары сифатында инвесторға тоҡомло мал һәм ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшө ҡайтарыла. Хужалыҡ етәксеһе һүҙҙәренсә, проект эштәре бер айҙан башлана.

Радий Хәбиров аграрийҙарға мул уңыш һәм аяҙ көндәр теләп, быйыл республикала яҡынса 4 миллион тонна ашлыҡ йыйып алырға өмөтләнеүҙәрен әйтте.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас в