

“С.ВОИ” ауыл хәбәрселәре мәктәбе” уҡыусылары киләһе дәрестә “Красная Башкирия” хужалығына командировкаға барасаҡ тигән яңылыҡты тулҡынланып ҡабул иттек. Элек фермала булған бар. Ә бына хәҙер, етмәһә, хәбәрсе булараҡ, юҡ. Тейешле урынға еткәнсе уйланып барҙым. Ауылдар янында тәҙрә-ишектәре емерелгән фермаларҙы, ҡасандыр мал тулы ҡураларҙың ҡыйралғанын күргән һәр беребеҙ, быға ҡарап, йөрәгебеҙ әрней. Хатта дүрт йәшлек ейәнем дә шундай ташландыҡ ферманы күреп, бында һуғыш булғанмы тип һорағайны. Беҙ бала саҡта ата-әсәйҙәр фермала эшләне. Бик ауыр булды, һөтлө флягаларҙы ташынылар, ҡул көсө менән аҙыҡ та һалдылар, әллә күпме тиҫтә һыйырҙы ла һауҙылар, тиреҫ тә сығарҙылар.
Районда ғына түгел, республиканың ауыл хужалығы тармағында уникаль булған предприятие — Раил Фәхрисламов етәкселеге аҫтындағы Һамар фермаһына килеп тә еттек. Беҙҙе был ферма хеҙмәткәре мөләйем, шат күңелле Р. Ғ. Сәфәрғәлина ҡаршы алды. Ферма мөдире И. Б. Һабанбаев менән икәүләп беҙгә үҙҙәренең роботлаштырылған эш процесы менән таныштырҙылар.
Бындай ферма Рәсәйҙә бер нисәү генә, ә Башҡортостан буйынса берәү. Беҙҙе нимә ғәжәпләндерҙе? Ҙур, иркен фермала Даниянан килтерелгән ҡара-ала тоҡомло 600 баш һыйыр тотола. Бер һыйыр көнөнә 50 литр һөт бирә! Бөтәһе лә таҙа, көр. Бында барыһы ла роботлаштырылған: һауынсылар юҡ — роботтар һауа, тиҙәкте лә таҙартыусы һәм мал аҙығы таратыусы роботтар бар. Бинала температура, яҡтылыҡты роботтар күҙәтә, кәрәк булһа елләтә. Һөткә кеше ҡулы бөтөнләй ҡағылмай. Һыйырҙар бина буйлап иркен йөрөй һәм һауыу аппаратына үҙҙәре килә, уларҙың сиратҡа теҙелеүҙәрен күреү беҙҙең өсөн ҡыҙыҡ булды. Робот һыйырҙың еленен үҙе йыуа һәм һауа, компьютерҙа сифатын һәм таҙалығын асыҡлай. Һәм иң таҙа, тәмле һөт Магнитогорск ҡалаһының "Первый вкус" һөт заводына оҙатыла.
Һыйырҙар өсөн бөтә шарттар бар, иҙән йылы. Быҙауҙарҙы Лира Ҡорманаева тәрбиәләй, ул да беҙгә экскурсия үткәрҙе. Айырым бинала тотолған быҙауҙарҙың һәр береһенең үҙ “өйө” бар, әлеге ваҡытта 200 быҙай йәшәй. Яҡты, таҙа, иң мөһиме йылы аҙбарҙа арба-такси аҙыҡ тарата, ҡуралар йыуыла һәм дезинфекциялана. Быҙауҙарҙың сәләмәтлеген даими ветеринар табип тикшереп тора.
Был үҙенсәлекле, заманса фермаға тәжрибә уртаҡлашыу өсөн күрше өлкәләрҙән, хатта сит илдәрҙән дә киләләр. Бының өсөн конференциялар залы, күҙәтеү майҙансығы төҙөлгән һәм ҡунаҡтар өсөн видеодәрестәр үткәрелә.
Ферма хеҙмәткәрҙәре өсөн душ, аш-һыу бүлмәһе бар, кер йыуыу машинаһы ҡуйылған, ял мөйөшө эшләнгән һәм хатта ситтән килеүселәр өсөн торлаҡ ҡаралған.
Бындай ферманы күреп, ҡыуанып ҡайттыҡ. Сөнки арабыҙҙа ауыл хужалығын белгән һәм эшләргә теләгән кешеләр бар. Йүнсел һәм төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан маҡсаттарын тормошҡа ашырған “Красная Башкирия” хужалығы директорына һәм уның ярҙамсыларына оло хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, яҡшы тәьҫораттар менән ҡайтырға сыҡтыҡ.
Зифа ФӘТХЕТДИНОВА,
“С.ВОИ” ауыл хәбәрсеһе мәктәбе” уҡыусыһы.