-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Август 2022, 08:08

Ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыу еңелләшәсәк

Яңы йылдан илдә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән участкалар биреүҙең яңы ҡағиҙәләре индерелә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыу еңелләшәсәк
Ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыу еңелләшәсәк

Ер, граждандарға һәм фермер хужалыҡтарына бизнес алып барыу өсөн һатыуһыҙ 5 йылға ҡуртымға бирелә бирелә. Шул уҡ ваҡытта арендаторҙан, илдең башҡа төбәктәрендә ер участкалары булмауын раҫлау талап ителмәй.  Ерҙең маҡсатлы тәғәйенләнешен үҙгәртеү рөхсәт ителмәй, башҡаларға арендаға бирергә ярамай, хужалыҡтың устав капиталына йәки етештереүсе кооперативҡа өлөш  пайы взносы булараҡ индереү тыйыла.

       Бындай төҙәтмәләр Рәсәй Федерацияһы Ер кодексына һәм «Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында»ғы федераль законға индерелгән. Улар 2023 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Шулай итеп, ауыл хужалығы ерҙәрен ҡуртымға алыу еңелләшәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: