-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Август 2022, 09:25

Иген урыу комбайндары паркы 120 берәмеккә артҡан

        Башҡортостанда быйылғы урып йыйыу эштәрендә 3960-тан ашыу иген йыйыу комбайны ҡатнаша, был былтырғыға ҡарағанда 120 машинаға күберәк.

Иген урыу комбайндары паркы 120 берәмеккә артҡан
Иген урыу комбайндары паркы 120 берәмеккә артҡан

Үҫтерелгән уңышты урып-йыйыуҙың төп шарты булып техниканың етештереүсәнлеге тора һәм уны тиҙ арала атҡарыу өсөн көнөнә 100 мең гектар самаһы уңыш йыйылырға тейеш.  Бының өсөн иген урыу комбайндары паркын ваҡытында яңыртыу мөһим , - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары  ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

2022 йылда ғына республика аграрийҙары 73 яңы иген йыйыу комбайны һатып алған, ә дөйөм алғанда 6,5 миллиард һумға бөтәһе 1871 берәмек техника һатып алынған. Аграрийҙар техниканың күп  өлөшөн «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәтенең льготалы программалары буйынса һатып ала икән. Йыл башынан был дәүләт компанияһы аша 1,9 миллиард һумға 291 берәмек техника алғандар. Әлеге көнгә 2,3 миллиард һумға 350 берәмек техника һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: