А/хужалығы
25 Августа 2022, 07:30

«Беҙҙең бренд. Халыҡ таныуы» онлайн конкурсына старт бирелде

24 ноябрҙән 26-һына тиклем Өфөлә «Беҙҙең Бренд» аҙыҡ-түлек фестивале уҙа. Уның сиктәрендә «Беҙҙең бренд. Халыҡ таныуы» икенсе төбәк конкурсы үтәсәк. Әлеге ваҡытта ауыл хужалығы етештереүселәренән конкурста ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google

“Сара Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлекте популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.  Беҙгә уларҙың сифатын, танылыуын  күтәреү мөһим. Проект агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларын үҫтереүгә ярҙам итеүгә, урындағы брендтарҙың позицияларын нығытыуға, төбәк продукттарын киң ҡулланыусылар баҙарына сығарыуға йүнәлтелгән”, - тип билдәләне  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

       2021 йылда конкурста республикабыҙҙың 48 муниципаль берәмегенән 118 бренд ҡатнашҡан. Бер юлы ике бренд - «Стәрлебаш бауырһағы» һәм «Көйөргәҙе деликатестары» еңеүсе булған.

    https://нашбренд.рф сайтында Башҡортостандың райондарында һәм ҡалаларында етештерелгән иң яҡшы продукттар хаҡында мәғлүмәт урынлаштырыласаҡ. Ойоштороусылар етештереүселәрҙе, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен «Беҙҙең бренд. Халыҡ таныуы» конкурсында ҡатнашырға саҡыра.

    Тауыш биреү 17 октябрҙән 17 ноябргә тиклем «Беҙҙең бренд. Халыҡ таныуы» конкурсының рәсми сайтында үтәсәк.

     «Беҙҙең Бренд» аҙыҡ-түлек фестивале барышында конкурс еңеүселәренә һәм финалистарына  иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Автор:
Читайте нас