“Һөт иле”фестивале Башҡортостан өсөн әһәмиәтле сара, республика һөттө күп етештерә, илдә төбәк был күрһәткес буйынса икенсе урында тора. Әйткәндәй, 2022 йылдың беренсе яртыһында Башҡортостанда 823,6 мең тонна һөт етештерелгән - был Рәсәйҙә икенсе күрһәткес (илдә етештерелгәндең 5% тирәһе), һауым тотороҡло арта - һуңғы биш йылда бер һыйырҙан 6,46 тоннаға тиклем артҡан. Һөттән тыш, был башҡа тауарҙар - сыр, эремсек, әсе һөт ризыҡтары, туңдырма, ҡымыҙ.
Республикала һөт ризыҡтары етештереү әүҙем үҫә. Республикала «Һөт кухняһы» селтәре бар. Ул балаларҙы, йөклө ҡатындарҙы һәм йәш әсәләрҙе тәмле һәм сәләмәт аҙыҡ менән тәьмин итә.
Һөт продукцияһы өлөшөндә республика үҙен тулыһынса тәьмин итә, шуға күрә етештереүселәр экспортҡа оҙата. Ҡаҙағстан һәм Ҡытай менән үҙ-ара эш итеү яйға һалынған.
"Һөт иле" фестиваленең эшлекле өлөшө сиктәрендә тармаҡты үҫтереү һәм яңы пландарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Мәҫәлән, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә юғары продуктлы мал эмбриондарын күпләп етештереү һәм климат шарттарына яраҡлашыу һәләте булған элиталы тоҡом эмбриондарын сериялы етештереүҙе булдырыу планлаштырыла. Был продукцияның сифатын яҡшыртасаҡ, киләсәктә ошо күрһәткес буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге булыу планлаштырыла.
Фестиваль ҡунаҡтары өсөн аттракциондар ойошторолдо, һөт йәрминкәһе үтте һәм ферма ла булды.
Был эштәр “Халыҡ-ара коопеарция һәм экспорт” милли проектын бойомғаашырыуға ла булышлыҡ итә.