« Һуңғы йылдарҙа республикала тармаҡты техник яңыртыуға алынған курс дөрөҫ булып сыҡты. Күп осраҡта техник паркын яңыртыу арҡаһында ауыл хужалығы етештереүселәре миҙгелле агротехник эштәрҙе оптималь ваҡытта атҡарып сыға”, - тине вице-премьер - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Быны быйылғы урып йыйыу эштәре темпы раҫлай. Һуңғы аҙнала игенселәр баҫыуҙарҙан бер миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алған, әлеге көнгә республика буйынса бөтәһе өс миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алынған. Мал аҙығы әҙерләү һәм ужым сәсеү эштәре дауам итә. 2011 йылдан Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса республика программаһы алып эшләй. Уның буйынса аграрийҙар ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға киткән сығымдарының яртыһына тиклемен субсидия аша ҡаплай ала.