Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
22 Сентябрь , 16:35

“Фермерҙар мәктәбе” үҙ эшен башланы

Илдең 22 төбәгендә Россельхозбанк тарафынан ойошторолған “Фермерҙар мәктәбе” эш башланы. Йәмғеһе 650 кеше белемен камиллаштырып, тәжрибә уртаҡлашып, яңы көс менән эшкә тотонасаҡ.

“Фермерҙар мәктәбе” үҙ эшен башланы
“Фермерҙар мәктәбе” үҙ эшен башланы

Башҡортостан ауыл хужалығы университетында 40 крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре уҡыу башланы. Улар ике айҙан ашыу дәрестәр тыңлаясаҡ. Теория һәм практика үтәсәк, яңы бизнес-план төҙөү үҙенсәлектәрен өйрәнәсәк. Яңы эш башлағандар тәжрибәле эшҡыуарҙарҙың кәңәштәрен тыңлаясаҡ, хужалыҡтарының һөҙөмтәлелеген арттырыу алымдарын беләсәк.

Республикала “Фермерҙар мәктәбе” алтынсы тапҡыр үткәрелә. Башҡортостандан 200 кеше белемен камиллаштыра. Быға тиклем йәшелсә үҫтереү, сыр эшләү, ҡошсолоҡ, агротуризм йүнәлеше буйынса белем алһа, әле ит эшкәртеү йүнәлеше буйынса уҡыйҙар.

–Һәр ваҡыт Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә фермерҙар һәм баҙар талаптарын иҫәпкә алып, үҫеш нөктәләрен эҙләргә тырышабыҙ. Бөгөн тәбиғи, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек продукцияһына ихтыяж бик ҙур. Ә беҙ фермерҙарға был эште яйға һалып, килем алып эш башларға ярҙам итергә тырышабыҙ. Уҡыуҙан һуң һәр берегеҙҙең эше уңышлы булһын тип теләйем, – тип тәбрикләне алтынсы ағым тыңлаусыларын Рәсәй ауыл хужалығы банкыһының Башҡортостан бүлексәһе директоры Алексей Самсонов.

 

Фото: Башҡортостан ауыл хужалығы университеты сайтынан.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас в