+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
24 Сентябрь 2022, 11:55

Етештереү күләмен арттырырға иҫәп тоталар

Етештереүҙе үҫтереү һәм яңыртыу өсөн 200 миллион һум аҡса һалынған. Киләһе йылдарҙа фермер, быяланан йыл әйләнәһенә эшләгән теплица төҙөп,  етештереү күләмен арттырырға иҫәп тота.

Етештереү күләмен арттырырға иҫәп тоталар
Етештереү күләмен арттырырға иҫәп тоталар

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Туймазы районында фермерҙар һаны артҡандан-арта. “РадСаф” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә көн һайын 20 тонна ҡыяр менән помидор йыялар. Йәш фермер Радэль Сафиуллиндың йылытма хужалығы майҙаны – туғыҙ гектар.

2019 йылға тиклем хужалыҡта бер квадрат метр ерҙән 12 – 15 килограмм ҡыяр, 10 – 12 килограмм помидор алғандар. Яңы йылытмалар ҡуйғандан һуң ҡыярҙың да, помидорҙың да уңышы  35,1, килограмм тәшкил итә. Йәшелсәлектең рентабеллеге 5 проценттан 20-гә тиклем артҡан, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Етештереүҙе үҫтереү һәм яңыртыу өсөн 200 миллион һум аҡса һалынған. Киләһе йылдарҙа фермер, быяланан йыл әйләнәһенә эшләгән теплица төҙөп,  етештереү күләмен арттырырға иҫәп тота. Бының өсөн уға дәүләт ярҙамы кәрәк. Радэль Радик улы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашырға ғариза тапшыра. Ул үҙ проектына “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты буйынса ярҙам күрһәтелеренә ышана.

Фото – Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-09-21/investitsiya-s-te-nd-atnasha-2959343?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420 

Автор:
Читайте нас: