Документҡа ярашлы, Башҡортостан аграрийҙары «Кировец» тракторҙарына һәм уларҙың запас частаренә биш процент ташлама аласаҡ. Республиканың ауыл хужалығы ведомствоһы етәксеһе Илшат Фәзрахманов «Кировец» тракторҙарының ҙур һорау менән ҡулланылыуын билдәләне.
Республика буйынса дөйөм тракторҙар паркында «Кировец» компанияһының өлөшө 7 процент тиерлек, шул уҡ ваҡытта уларҙың уртаса йәше 20 йылдан артҡан.
Шуға күрә беҙ «Кировец» тракторҙары паркын яңыртыуҙы тиҙләтергә һәм киләсәктә йыл һайын 150 яңы ошо сериялы тракторҙарҙы һатып алыуҙы тәьмин итергә теләйбеҙ, - тине ул.