А/хужалығы
13 Октября 2022, 10:57

Республикала татлы тамыраҙыҡты йыйыу дауам итә

  Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн  йыйып алыу дауам итә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әлеге мәлдә 32 мең гектарҙан ошо культура  йыйып алынған, был сәселгән майҙандың 70 процентын тәшкил итә. Бөтәһе 900,5 мең тонна тамыраҙыҡ йыйылған. Быйыл уртаса уңыш - гектарынан 287 центнер самаһы (2021 йылға ҡарағанда юғарыраҡ).  

    Сөгөлдөрҙө иң күбен Шишмә һәм Благовар райондарында йыйып алғандар, 183-шәр һәм 155-шәр мең тонна. Иң яҡшы уңдырышлылыҡты Күгәрсен (гектарынан 350 центнер) һәм Ауырғазы (гектарынан 315 центнер) райондары хужалыҡтары күрһәтә. Республиканың шәкәр заводтарында 311 мең тоннанан ашыу яңы уңыш сөгөлдөрө эшкәртелгән. «Раевка шәкәре» - 27 мең тонна, Шишмә шәкәр заводы 19,3 мең тонна шәкәр етештергән. Шәкәрҙең уртаса сығышы 14,7% тәшкил итә.

         Шәкәр етештереүҙән ҡалған ҡалдыҡтар - һығынды һәм патока - малсылыҡ өсөн ҡиммәтле продукттар булып тора. Был продукцияла оҙаҡ тотҡарланмай, малсылыҡ менән шөғөлләнгән ауыл хужалыҡтарына оҙатыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас