А/хужалығы
20 Октября 2022, 03:00

Ауыл хужалығы продукцияһын сит илдәргә сығарыу әүҙемләшә

Башҡортостан игенде һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттарҙы сит илдәргә сығарыуҙы дауам итә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Россельхознадзор мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йыл башынан алып экспортҡа 116,31 мең тонна иген һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттар оҙатылған. Үҫемлектәр карантины, иген сифатын контролдә тотоу һәм орлоҡ контроле бүлеге белгестәре 27,57 мең тоннанан ашыу бойҙай, 1,92 мең тонна арпа, 16,64 мең тонна етен, 1,05 мең тонна сафлор, 0,81 мең тонна көнбағыш, 1,74 мең тонна шипкән, 0,066 мең тонна арпа, 0,154 мең тонна кәрешкә, 0,022 мең тонна гәрсис тикшергән. Сит илгә һатылған төрлө культуралар игененең дөйөм күләме 50,07 мең тонна тәшкил иткән.

        Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһын Грузия, Бельгия, Дания, Латвия, Әзербайжан, Ҡаҙағыстан, Үзбәкстан, Германия илдәре һатып алған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас