Ундағы ассортимент 42 төр махсус машина өсөн запас частарҙың ике мең төрөн тәшкил итә. Бындай етештереү менән республикала йәмғеһе 34 предприятие шөғөлләнә, өҫтәүенә улар сит илдән килтерелгән иген йыйыу комбайндары өсөн дә запас частар сығара.
Был процеста агросәнәғәт комплексын техник модернизациялау төбәк программаһы ҙур роль уйнай икән, уның сиктәрендә ремонт предприятиеларына етештереү эшмәкәрлеге өсөн ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың 40 проценты ҡайтарыла. Өс йыл эсендә ошо йүнәлеш буйынса республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум самаһы субсидия түләнгән.