+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
10 Ноябрь 2022, 11:30

Һөт етештереү һәм эшкәртеү буйынса 23 проект ғәмәлгә ашырыла

Республикала һөтсөлөк фермаларын булдырыу һәм һөт эшкәртеү буйынса 23 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла.  #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һөт етештереү һәм эшкәртеү буйынса 23 проект ғәмәлгә ашырыла
Һөт етештереү һәм эшкәртеү буйынса 23 проект ғәмәлгә ашырыла

Уларҙың дөйөм хаҡы 26 миллиард һум тәшкил итә. Проекттарҙы тормошҡа ашырғандан һуң 1327 кеше эш урыны аласаҡ. Бөтә проекттар ҙа юғары әҙерлек стадияһында бара, уларға 14,1 миллиард һум аҡса һалынған һәм 818 эш урыны булдырылған. Инвесторҙар мөлкәткә һалым түләүҙән азат ителгән һәм табышҡа һалым буйынса  ташламалар ала. Бынан тыш, бындай предприятиелар ер участкаларын сауҙа үткәрмәйенсә һәм инфраструктура төҙөлөшөнә сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар алыу мөмкинлегенә эйә.

“Республикала  инвесторҙарҙы урындағы йәки башҡа төбәктәрҙән булыуына ҡарамаҫтан, барыһы өсөн дә берҙәй уңайлы мөхит булдырабыҙ”, тип белдерҙе  Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: