+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Ноябрь 2022, 09:15

Башҡорт ризыҡтары - Белоруссияла

Шифалы ҡымыҙ, бал, ит деликатестарын күргәҙмәлә тәмләп ҡаранылар. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡорт ризыҡтары  - Белоруссияла
Башҡорт ризыҡтары - Белоруссияла

Беларусь Республикаһының баш ҡалаһында йыл һайын уҙғарылған “ПродЭкспо-2022” халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе асылды

17 ноябргә тиклем дауам итәсәк сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендә республикабыҙ делегацияһы ҡатнаша. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештергән компаниялар күргәҙмәлә коллектив стенд ойошторған. Экспоненттар күргәҙмәгә бал, косметика саралары, сәй, ит деликатестары һ.б. ҡуйған.

"Башҡортостан менән Беларусь ауыл хужалығы, айырыуса ауыл хужалығы техникаһын, малсылыҡ ҡорамалдарын поставкалау өлкәһендә ныҡлы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәргә эйә, – тине Илшат Фәзрахманов. – Республикалар араһында ауыл хужалығы продукцияһы, үҫемлекселек һәм малсылыҡ өсөн биологик препараттар менән үҙ-ара тәьмин итеү йәһәтенән хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Күргәҙмә барышында бәйләнештәрҙе нығытыу ғына түгел, артабан үҫтереү өсөн өр-яңы йүнәлештәр табырға ниәтләйбеҙ".

Башҡортостан стенды күргәҙмәлә уңыш ҡаҙана. Уны Беларусь Республикаһының ауыл хужалығы министры Игорь Брыло ҡарап сыҡты. Эргәһендә шулай уҡ Белоруссия компаниялары вәкилдәре менән аҙыҡ-түлек продукциялары етештереү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Сараға килгәндәр башҡорт ҡымыҙын, балын, ит деликатестарын тәмләп ҡарай, һатып ала. Беларусь Республикаһы һәм сит ил компаниялары вәкилдәрендә республикабыҙҙағы “Экопродукт” предприятиеһының киптерелгән бейә һөтө ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: