+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Ноябрь 2022, 09:05

Шәкәр уңышы мул

Республикабыҙҙың ике шәкәр заводында яңы уңыш сөгөлдөрөн эшкәртеү дауам итә. 

Шәкәр уңышы мул
Шәкәр уңышы мул
Республикала 97 мең тоннаға яҡын шәкәр етештерелгән. «Раевшәкәр» һәм Шишмә шәкәр заводы 627 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәрткән, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Әле республикала 96,7 мең тонна аҡ шәкәр етештерелгән, шул иҫәптән «Раевшәкәр» йәмғиәтендә – 50,3 мең тонна, Шишмә заводында – 46,2 мең тонна.

Башҡортостанда татлы тамырҙың тулайым йыйымы 1 миллион 361 мең тонна тәшкил иткән, гектарынан 309,1 центнер уңыш алынған.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: