-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
21 Ноябрь 2022, 10:32

Ауыл хужалығы предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнаша

Башҡортостанда «Башплодородие» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һаҡсыл етештереү программаһы буйынса, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнаша.  

Ауыл хужалығы предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнаша
Ауыл хужалығы предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнаша

       Ул химиялаштырыу сараларына  бәйле булған,  минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән тәьмин итеү, ашламалар индереү, ауыл хужалығы культураларын химик эшкәртеү, шыйыҡ минераль ашламалар етештереү кеүек агрохимия эштәрен башҡарыу йүнәлешендә эшләй. Шулай уҡ предприятие химиялаштырыу сараларын яуаплы һаҡлау хеҙмәттәрен күрһәтә.

     «Башплодородие» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Эльмир Асаевтың әйтеүенсә, проектта ҡатнашыуҙың маҡсаты - склад хужалығының эшен яҡшыртыу, заманса алымдар индереү һәм склад иҫәбен автоматлаштырыу. Шулай уҡ милли проектта ҡатнашыусылар өсөн бирелгән субсидиялар һәм льготалы лизинг программаһы буйынса техника паркын яңыртырға ниәтләйҙәр.

   «Сатурн» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһын ҡулланып, пестицидтар һәм агрохимикаттар әйләнешенең бөтә процестарын күҙәтеп барыу өсөн тәғәйенләнгән был системаны сәнәғәткә файҙаланыуға тапшырғас, предприятиеның келәт биналарында химиялаштырылған  сараларҙы һаҡлау буйынса хеҙмәттәргә ихтыяж айырыуса ҙур. Шуға күрә беҙгә логистик процестарҙы һәм складтарҙы тотоуға сығымдарҙы оптималләштерергә, майҙандарҙы һәм ресурстарҙы файҙаланыуҙы яҡшыртырға, склад хеҙмәткәрҙәренең эшен һөҙөмтәле ойошторорға һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә  кәрәк, - тип билдәләне Эльмир Асаев.

     Бынан ары алты ай дауамында  Республика үҙәкләштерелгән комиссияһы эксперттары предприятиела хеҙмәткәрҙәрҙе  һаҡсыллыҡ ысулдарына  өйрәтәсәк, эш барышын яҡшыртыу талап ителгән нескә урындарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: