+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
22 Ноябрь 2022, 09:36

Ҙур инвестиция проекттары булған ауыл хужалығы предприятиелары алдынғы

Башҡортостан Республикаһында тауар һөтөн етештереүҙә индустриаль һөт фермаларын төҙөү буйынса ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған ауыл хужалығы предприятиелары лидерҙар булып тора.

Ҙур инвестиция проекттары булған ауыл хужалығы предприятиелары алдынғы
Ҙур инвестиция проекттары булған ауыл хужалығы предприятиелары алдынғы

Ағымдағы йылдың 10 айында ошондай 15 һөт комплексында 204 мең тонна һөт етештерелгән, ул дөйөм республика күләменең өстән бер өлөшөн тәшкил итә (643 мең тонна). Ауырғазы районының «Уңыш» һәм Йәрмәкәй районының «Северная Нива Башкирия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрендә йыл башынан алып 26 мең тоннанан ашыу һөт һауып алынған.  Саҡмағош районының «Базы» берлектәге предприятиеһы, Әбйәлил районының “Красная Башкирия”  һәм Стәрлетамаҡ районының «Калинин » ауыл хужалығы предприятиеларында  20 мең тоннаға яҡын һөт етештергәндәр.Тауар һөтөн етештереүҙә ыңғай динамикаға улар маҡсатлы рәүештә тоҡомсолоҡ эше алға ҡуйып, тармаҡты интенсивлаштырыу иҫәбенә өлгәшкән.  

     Республикала хәҙерге көндә дөйөм хаҡы 26 миллиард һум булған 23 проект тормошҡа ашырыла, улар заманса һөт фермаларын төҙөүгә  һәм һөт эшкәртеүгә йүнәлтелгән. Был проекттарҙыү күптәре тамамланыу өҫтөндә, улар буйынса планлаштырылған хаҡтың яртыһынан ашыуы һалынған да инде.

     Әйткәндәй,  республикала үҙенең инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған предприятиелар милеккә һалым түләүҙән азат ителә, килемгә һалым буйынса ташлама алалар. Шулай уҡ уларҙың проекттары өсөн ер участкалары һатыуҙар уҙғармайынса ҡуртымға бирелә, инфраструктура төҙөлөшөнә сығымдары ҡаплана.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: