+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
24 Ноябрь 2022, 08:10

Башҡортостандың иген экспорты үҫешә

Йыл башынан алып республика аграрийҙары 144 мең тоннанан ашыу иген һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттарҙы экспортҡа оҙатҡан. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың иген экспорты үҫешә
Башҡортостандың иген экспорты үҫешә

Төбәктең агросәнәғәт комплексы 10 айҙа Европа союзы илдәренә, Таможня союзына ингән илдәргә, Азербайжанға, Грузияға, Үзбәкстанға 144 мең 420 тонна иген һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттарҙы экспортҡа сығарған. Сит ил һатып алыусыларына оҙатыу алдынан игендең бөтә партияһы ла Федераль ветеринар һәм фитосанитор күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы менән тикшереү һәм рәсмиләштереү үткән, шулай уҡ «ВНИИЗЖ» ойошмаһының Башҡортостандағы филиалы лабораторияһында тикшереү үткәрелгән. Сит ил контрагенттары һатҡан иң күп иген күләмен бойҙай тәшкил итә - 38,16 мең тонна. Артабан етен - 17,74 мең тонна, шипкән - 4,23 мең тонна, арпа - 3,23 мең тонна, сафлор - 1,05 мең тонна, көнбағыш - 0,81 мең тонна, расторопша - 154 тонна, кәрешкә - 176 тонна, гәрсис - 66 тонна оҙатылған.

      Уҙған йылдың ошо осоронда Башҡортостан донъяның 20-нән ашыу иленә экспортҡа 136,77 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукттары оҙатҡан булған, улар араһында Әзербайжан, Әрмәнстан, Беларус, Бельгия, Венгрия, Германия, Грузия, Дания, Ҡытай, Монголия, Нидерландтар, Норвегия, Польша, Төркиә илдәре бар.

   Шулай итеп, быйылғы йылдағы иген экспорты һигеҙ мең тоннаға тиерлек артҡан.

     Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты ғәмәлгә ашырыла, ул аҡсалата  йылына 45 миллиард доллар килтерергә тейеш. Көнбайыш илдәре индергән санкцияларға бәйле, аҙыҡ-түлек экспорты логистикаһы боҙолоуға ҡарамаҫтан уның көнсығыш йүнәлеше үҫеүен дауам итә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: