+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
25 Ноябрь 2022, 09:35

Татлы ризыҡ етештереү арта

Башҡортостанда бер аҙнала тағы 10 мең тонна шәкәр етештерелгән, республикала яңы уңыш сөгөлдөрөнән бөтәһе 110 мең тонна шәкәр етештерелгән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Татлы ризыҡ етештереү арта
Татлы ризыҡ етештереү арта

23 ноябргә республиканың ике заводы 714 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәрткән, дөйөм алғанда, 110 мең тонна шәкәр етештергән. «Раевка шәкәре»нә – 56 мең тоннанан ашыу, Шишмә заводына 53 мең тонна продукт тура килә.

Быйыл республикала 44 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө үҫтереп алынған. Татлы тамырҙың тулайым йыйымы – 1,39 миллион тоннаға яҡын, уртаса уңыш – гектарынан 309 центнер.

Шәкәр заводтары татлы продукцияныц сит илдәргә лә һатыуҙы планлаштыра. Шуның менән шәкәр етештереүселәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын үтәүгә лә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: