+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
1 Декабрь 2022, 11:43

Ауыл хужалығын үҫтереүгә 5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән

Быйыл  Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереүгә һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү программаһын тормошҡа ашырыуға 5 миллиард һум аҡса бүленгән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығын үҫтереүгә 5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән
Ауыл хужалығын үҫтереүгә 5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән

Шуның 3 миллиард һумға яҡыны  федераль ҡаҙна аҡсаһы. Был хаҡта Хөкүмәт ултырышында республика премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. «Геосәйәси үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, республиканың агросәнәғәт комплексы әүҙем үҫешә. Бында беҙ күп күрһәткестәр буйынса алда барабыҙ. Төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләмдәренең үҫеш темпы 125% тәшкил итә. Аграрийҙар иген культураларынан рекордлы биш миллион тоннанан ашыу уңыш йыйҙы. Малсылыҡ ике йылға мал аҙығы менән тәьмин ителгән», - тине премьер.  Республикала техника паркы әүҙем яңыртыла, ун айҙа аграрийҙар яҡынса 10 миллиард һумға 2,6 мең берәмек техника һатып алды, тип өҫтәне Назаров.

      Бынан тыш, һатып алынған минераль ашламалар күләме 100 мең тоннаға тиклем артҡан. Премьер әйтеүенсә, бындай һөҙөмтәләргә бөтә кимәлдәрҙә заманса дәүләт ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәһендә өлгәшеп булған.

Шулай уҡ,  министрҙар кабинеты ултырышында ауыл хужалығын үҫтереүҙең төбәк программаһына төҙәтмәләрҙе хупланылар. 2023 йылдан программала картуф һәм йәшелсә етештереү һәм һатыуҙы арттырыуҙы дәртләндереү ҡаралған - был секторҙа сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға киләһе йылда 65,8 миллион һум бүленәсәк.

      Шулай уҡ программала коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам күрһәтеләсәк, йәғни биләмәләрҙе инженерлыҡ тәьминәте өсөн сығымдарҙың бер өлөшө ҡапланасаҡ. Программа параметрҙарына ярашлы, 2023 йылда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү - 8,3%, аҙыҡ-түлек 8,4% артырға тейеш. Ауыл туризмын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алған аграрийҙарҙың етештереү күләме 3 процентҡа артырға тейеш.

      Әйткәндәй, 2022 йылдың мартында  Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы кооперативтарына ярҙам программаһын тергеҙеү тураһында иғлан итте. Уның буйынса быйыл аграрийҙар берләшмәләрен субсидиялауға төбәк ҡаҙнаһынан 100 миллион һум бүленгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: