Был сумманың төп өлөшөн федераль бюджет аҡсаһы тәшкил итә. Айырыуса быйылғы йылда игендең һатып алыу хаҡының юғары булмауын иҫәпкә алғанда, аграрийҙарға ҙур ярҙам булыуын билдәләр кәрәк. Башҡортостан илдең бөтә төбәктәре араһында иген етештереүселәрҙе субсидиялауға бүленгән федераль аҡса күләме буйынса өсөнсө урында тора. Әлеге мәлдә субсидиялар биреүгә ауыл хужалыҡтарынан килгән заявкаларҙы ҡарап, һайлап алыу этабы бара. Ул 11 декабргә тиклем дауам итәсәк.