+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
8 Декабрь 2022, 09:09

Республикала агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлау 2,6 тапҡырға артҡан

2022 йылдың башынан Башҡортостан банктары аграрийҙар өсөн кредиттар буйынса ставкаларҙы кәметеүгә 933,4 миллион һум субсидия алған. #нацпроекты #регпроекты #нацпроектбашкортостана  

Республикала агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлау 2,6 тапҡырға артҡан
Республикала агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлау 2,6 тапҡырға артҡан

Был үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда 2,6 тапҡырға күберәк. Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, декабрь башына ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар 23,9 миллиард һумлыҡ 730 льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредит алған.

     «Ташламалы кредиттар аграрийҙарға сәсеү кампанияһына әҙерләнергә һәм уны үткәрергә, рекордлы уңыш үҫтерергә ярҙам итте. Бөгөн кредит аҡсаһы төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәренә яңы уңышты һатырға ашыҡмаҫҡа мөмкинлек бирә, әлегә уның хаҡы түбән», - тине И. Фәзрахманов. Ауыл хужалығы предприятиеларына льготалы кредиттар йылына 1-5% менән бирелә. Дәүләт банктарға алып еткермәгән килемдәрен ҡаплай.

       Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл илдә ауыл хужалығы өсөн бөтәһе 1,03 триллион һум субсидияланған кредит бирелгән.  Заемға алынған саралар предприятиеларҙың түләүгә һәләтлелеген һаҡлап ҡалыу ысулы булып тора, сөнки иген һатыу бөгөнгө көндә файҙа килтермәй. Башҡортостанда игенгә түбән хаҡтар йәй көнө, урып-йыйыу эштәре башланғас билдәле булды. Республикалағы рекордлы уңыш та игендең хаҡына кире йоғонто яһаған. Быйыл төбәктә ул  биш миллион тоннанан ашыу йыйылған, йәғни 1986 йылдан алып тәүге тапҡыр шундай ҙур уңыш булған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: