-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
22 Декабрь 2022, 14:43

Республика экспортында ауыл хужалығы продукцияһы төп урында

Йыл башынан республиканың агросәнәғәт комплексы 112,3 мең тонна гранулалы мал аҙығын экспортҡа оҙатҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика экспортында ауыл хужалығы продукцияһы төп урында
Республика экспортында ауыл хужалығы продукцияһы төп урында

Был продукция «Элеватор»,  «Шишмә май экстракцияһы заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре һәм «Шишмә шәкәр заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең заводтарында етештерелгән. Көнбағыш шроты һәм сөгөлдөр һығындыһы партиялары Ҡытай һәм Латвияға оҙатылған.

     Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктең агросәнәғәт комплексы йыл башынан сит илдәргә 269,3 миллион долларлыҡ продукция сығарған. Экспорт структураһында төп өлөштө, йәки 66,5 процентты май продукцияһы биләй,  икенсе урында – май үҫентеләре орлоғо, спирттар, бал (16%) килә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: