+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
23 Декабрь 2022, 08:50

127 мең тонна иген һатылған

Быйыл Башҡортостанда биш миллион тоннанан ашыу иген йыйылды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

127 мең тонна иген һатылған
127 мең тонна иген һатылған

Быйыл Башҡортостанда биш миллион тоннанан ашыу иген йыйылды.

Тотош ил буйынса уңыш юғары булды. Рәсәйҙә 50-55 миллион тонна запас бар. Һөҙөмтәлә былтыр бер тонна бойҙай 14 мең һум торһа, быйыл уның хаҡы ни бары 7-8 мең һум тәшкил итә. Күп кенә хужалыҡтар өсөн был хаҡ уңыш йыйыуға киткән сығымдарҙы ла ҡапламай.

Ауыл хужалығы тармағына ярҙам итеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте иген интервенцияһы механизмын башлап ебәрҙе. Ул һуңғы дүрт йыл эсендә баҙар ихтыяжы булмау арҡаһында эшләмәй торҙо. Әммә быйыл был механизмды ҡайтанан ебәреү кәрәклеге билдәләнде. 3-сө класлы бойҙайҙың бер тоннаһын 15 мең һумдан һатып алалар, был баҙар хаҡынан яҡынса ике тапҡырға юғары.

Башҡортостанда ла 2022 йылда иген интервенцияһын булдырыу сиктәрендә биржа сауҙаһы башланды. Бөгөнгә 1 миллион 788 мең һумдан ашыу суммаға 127 мең тонна иген һатып алынған. Продукция Ҡырмыҫҡалы, Ергән, Мәләүез, Илеш ырҙындарында һәм Әбйәлил районында «РЕСО» компанияһы келәттәрендә һаҡланасаҡ.

Тотош алғанда, Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһының федераль интервенция фондына һалыу өсөн иген һаҡлау ҡеүәте 255,6 мең тонна тәшкил итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: